YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 28

28
Ғайсаның үленән терелеүе
1Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. 2Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. 3Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. 4Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлгән кеүек ҡатып ҡалдылар. 5Фәрештә иһә ҡатындарға:
– Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. 6Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. 7Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул.
8Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр. 9Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты:
– Именлек һеҙгә! – тине Ул.
Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.
10Шунан Ғайса уларға:
– Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.
Һаҡсылар руханиҙар һәм аҡһаҡалдар янында
11Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға ҡайтып, баш руханиҙарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе. 12Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, 13уларға:
– «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. 14Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.
15Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
Шәкерттәр нимә эшләргә тейеш
16Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. 17Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде. 18Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине:
– Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. 19Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, 20Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.

Currently Selected:

Матфей 28: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in