YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 27

27
Ғайсаны Пилатҡа тапшырыу
1Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды. 2Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.
Йәһүҙәнең үлеме
3Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә:
4– Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине.
– Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.
5Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды.
6Баш руханиҙар тәңкәләрҙе йыйып алып:
– Быларҙы Алла Йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.
7Улар кәңәшләшеп, сит ил кешеләрен ерләү өсөн, был тәңкәләргә көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. 8Шунлыҡтан, ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай исемләнә. 9Шулай итеп, Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Израиль кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән баһаны – утыҙ көмөш тәңкәне алды, 10һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, көршәксенең ерен һатып алды».
Ғайса Пилат алдында
11Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар.
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат.
– Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.
13Шунда Пилат:
– Үҙеңә ҡаршы был тиклем ғәйепләүҙәрҙе ишетмәйһеңме әллә Һин? – тип һораны. 14Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы.
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
15Идарасы, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итергә ғәҙәтләнгәйне. 16Ул ваҡытта яманаты киң таралған Варавва исемле бер тотҡон бар ине. 17Шуға күрә, халыҡ йыйылғас, Пилат уларҙан:
– Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Варавванымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.
18Сөнки Пилат йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнләшеүҙәре арҡаһында тотоп биреүен белә ине. 19Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.
20Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 21Идарасы халыҡ төркөмөнә мөрәжәғәт итте:
– Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыныһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем?
– Варавваны, – тип яуап бирҙеләр Пилатҡа.
22– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем?
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
23– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң?
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты халыҡ төркөмө.
24Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы.
– Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.
25– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
26Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.
Ғәскәриҙәрҙең Ғайсаны мыҫҡыллауы
27Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына#27:27 Идарасы һарайы – грек телендә «преториум». алып китте. Уны барлыҡ ғәскәр уратып алды. 28Улар Ғайсаның кейемдәрен һалдырып, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр, 29башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар һәм алдында тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы!» – тип мыҫҡылланылар. 30Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡты тартып алып шуның менән башына һуҡтылар. 31Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
32Юлда улар Симон исемле Киринея кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 33Голгофа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, 34Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Әммә Ул, тәмләп ҡарағас, эсергә теләмәне. 35Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар 36һәм шунда Уны ҡарауыллап ултырҙылар. 37Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәтеүсе: «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. 38Шунан Уның менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 39Үтеп йөрөүселәр баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:
40– Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!
41Шулай уҡ ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡылланы:
42– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! 43Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.
44Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.
Ғайсаның үлеме
45Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 46Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән:
– Или, Или, лама савахфани? – йәғни «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
47Шунда тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп:
– Ильясты саҡыра, – тинеләр.
48Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. 49Бүтән кешеләр быға:
– Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр.
50Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.
51Һәм бына Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. Ер тетрәне, таш ҡаялар ярылды, 52ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. 53Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Иерусалим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.
54Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп:
– Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.
55Унда йыраҡтан ғына ҡарап тороусы бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға Галилеянан алып эйәреп, Уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне. 56Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
57Кис еткәс, Аримафейҙан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине. 58Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилат Уның кәүҙәһен бирергә ҡушты. 59Кәүҙәне алып, Йософ уны таҙа етен туҡымаға ураны ла, 60үҙенә тип таш ҡаяны өңөп яһалған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер ташты терәп китте. 61Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм дә ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр.
Ҡәбер һаҡсылары
62Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилат янында баш руханиҙар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар:
63– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр. 64– Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға әмер бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.
65– Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилат.
66Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм ғәскәриҙәрҙе ҡарауылға ҡуйҙылар.

Currently Selected:

Матфей 27: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in