YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 26

26
Ғайсаны үлтерергә ниәтләү
1– Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
2– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.
3Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды 4һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте. 5«Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.
Ғайсаны майлау
6Ғайса Вифанияла махаулы Симондың өйөндә ине. 7Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр#26:7 Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. 8Быны күргән шәкерттәре асыуланды:
– Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә? 9Уны ҙур хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
10Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға:
– Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 11Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. 12Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне. 13Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
Йәһүҙәнең хыянат юлына баҫыуы
14Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып:
15– Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны.
Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. 16Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
17Сөсө күмәс байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп:
– Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
18Ғайса уларға:
– Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.
19Шәкерттәре Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.
20Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. 21Ашаған саҡта Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:
– Хужам, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.
23Ул шәкерттәренә былай тине:
– Минең менән бер һауыттан ашаған кеше Миңә хыянат итәсәк. 24Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
25Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә:
– Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны.
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
26Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
27Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп:
– Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине. 28– Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 29Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
30Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына китте.
Петрҙың ваз кисәсәге хаҡында киҫәтеү
31Юл ыңғайы Ғайса уларға:
– Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған. 32Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
33Петр иһә ҡаршы төштө:
– Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
34Ләкин Ғайса:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.
35– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петр. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Ғайсаның Гефсимания баҡсаһында доға ҡылыуы
36Ғайса шәкерттәре менән Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ул шәкерттәренә:
– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин, арыраҡ китеп, доға ҡылайым, – тине.
37Ул Үҙе менән Петрҙы һәм Зеведейҙың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм борсолоу солғап алды. 38Уларға:
– Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
39Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды:
– Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
40Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине.
– Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. 41– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
42Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды:
– Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!
43Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәре тағы йоҡлағайны: уларҙың күҙҙәре йоҡонан йомолоп бара ине. 44Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды. 45Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте. 46Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.
Ғайсаны ҡулға алыу
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. 48Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны ҡулға алығыҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
49Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп:
– Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
50Ә Ғайса уға:
– Нимәгә тип килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым!#26:50 «Ни өсөн килдең, дуҫ?» тип тә аңларға мөмкин. – тине.
Бынан һуң Йәһүҙә менән килгән кешеләр яҡыныраҡ килеп Ғайсаны эләктерҙеләр һәм ҡулға алдылар. 51Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
52Ғайса уға:
– Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине. 53– Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан#26:53 Легион – 6000 яугирҙән торған рим ғәскәре. да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине! 54Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
55Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ. 56Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине.
Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Юғары кәңәшмә алдында
57Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. 58Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, эштең нисек барып бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. 59Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. 60Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ күрһәтергә ике кеше сыҡты. 61Улар:
– Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.
62Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.
63Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан:
– Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
64Ғайса уға:
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
65Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып:
– Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! 66Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны.
– Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.
67Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:
68– Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо.
Петрҙың ваз кисеүе
69Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде.
– Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул.
70Әммә Петр бөтәһе алдында ваз кисте:
– Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым.
71Ул ҡапҡа янына барғанда, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, унда тороусыларға:
– Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.
72Петр тағы, ант итеп, ваз кисте:
– Мин Ул Кешене белмәйем!
73Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп:
– Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр.
74Шунда Петр:
– Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы.
Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. 75Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.

Currently Selected:

Матфей 26: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in