1
Матфей 26:41
Инжил
– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
Compare
Explore Матфей 26:41
2
Матфей 26:38
Уларға: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
Explore Матфей 26:38
3
Матфей 26:39
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
Explore Матфей 26:39
4
Матфей 26:28
– Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
Explore Матфей 26:28
5
Матфей 26:26
Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
Explore Матфей 26:26
6
Матфей 26:27
Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине.
Explore Матфей 26:27
7
Матфей 26:40
Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине. – Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға.
Explore Матфей 26:40
8
Матфей 26:29
Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
Explore Матфей 26:29
9
Матфей 26:75
Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.
Explore Матфей 26:75
10
Матфей 26:46
Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.
Explore Матфей 26:46
11
Матфей 26:52
Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.
Explore Матфей 26:52
Home
Bible
Plans
Videos