YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 25

25
Ун ҡыҙ хаҡында ҡисса
1Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан. 2Уларҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған. 3Алйоттары яҡтыртҡыстарын алған, ә үҙҙәре менән май алмаған. 4Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған. 5Кейәү тотҡарланыу арҡаһында ҡыҙҙар ойой башлаған һәм йоҡлап киткән.
6Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. 7Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған. 8Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән. 9Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.
10Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.
11Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәндем, әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенгән. 12Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.
13Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
Таланттар хаҡында ҡисса
14– Ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып киткәндә, хеҙмәтселәрен саҡырып алып, уларға үҙенең милкен ышанып ҡалдырған. 15Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән. Ә үҙе китеп барған. 16Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала. 17Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшә. 18Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуя.
19Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән. 20Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым». 21Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
22Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым». 23Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
24Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең ҡаты бәғерле кеше икәнеңде белдем: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың. 25Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән ул.
26Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ һәм ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белә инең бит! 27Шулай булғас, аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине – ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем». 28Хужа: «Унан бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанға бирегеҙ. 29Сөнки кемдең бар, шуға бирелер, һәм уныҡы мул булыр, ә кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 30Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.
Киләсәк ҡиәмәт көнө
31Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. 32Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр; 33һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр.
34Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. 35Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ; 36яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.
37Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? 38Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? 39Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар. 40Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
41Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! 42Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, һеҙ Миңә эсергә бирмәнегеҙ, 43мосафир инем, һеҙ Мине өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, һеҙ Мине кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда һеҙ Минең яныма килмәнегеҙ».
44Шунда былары ла: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас булғаныңды, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күрҙек һәм Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар. 45Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер. 46Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.

Currently Selected:

Матфей 25: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in