Матфей 24
24
Ахырызаман билдәләре
1Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, янына шәкерттәре килеп, Уның иғтибарын Алла Йортоноң биналарына йүнәлтте.
2Ғайса:
– Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп:
– Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
4Ғайса былай тип яуап бирҙе:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 5Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. 6Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле. 7Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр, 8әммә быларҙың барыһы ла тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына. 9Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ. 10Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер. 11Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 12Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр. 13Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. 14Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
15Ә инде һеҙ Данил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), 16Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 17Кем өй ҡыйығында, ул әйберҙәрен алырға аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 18баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 19Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! 20Ҡасыуығыҙ ҡышҡа ла, шәмбе көнгә лә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ. 21Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 22Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.
23Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. 24Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 25Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.
26Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ. 27Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр. 28Ҡайҙа мәйет, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
29Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң,
«Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм
күк көстәре тетрәр».
30Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр. 31Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.
32Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙгә йәйҙең яҡын икәнлеге мәғлүм. 33Шулай уҡ, быларҙың бөтәһен күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. 34Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 35Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Уяу булырға саҡырыу
36Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 37Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 38Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. 39Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. 40Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 41Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
42Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит. 43Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ һәм уға үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. 44Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
Ышаныслы һәм ышанысһыҙ хеҙмәтселәр хаҡында ҡисса
45Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. 46Хужаһы ҡайтҡас, үҙе әйткәнсә эшләнеүен күрһә, ана шул хеҙмәтсе бәхетле. 47Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ. 48Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, 49башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, 50хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, 51уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.
Currently Selected:
Матфей 24: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014