Матфей 23
23
Ғайса ҡанун белгестәрен һәм фарисейҙарҙы фаш итә
1Бынан аҙаҡ Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте:
2– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды. 3Шуға күрә, уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. 4Улар күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. 5Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын#23:5 Изге Яҙмаларҙан өҙөктәр туплаған ҙур булмаған ҡумтаны доға ваҡытында үҙҙәренә бәйләгәндәр. киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. 6Мәжлестәрҙә иң түрҙә һәм ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға, 7баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм кешеләрҙең уларҙы «остаз» тип атағандарын ярата. 8Ә һеҙҙе «остаз» тип атамаһындар, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, һәм һеҙ бер-берегеҙгә туған. 9Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ғына бар. 10Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки Уҡытыусығыҙ бер – Мәсих. 11Арағыҙҙағы иң бөйөгө һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын. 12Үҙ-үҙен күтәреүсене Алла түбәнһетер, ә үҙен түбәнһетеүсене Алла күтәрер.
13-14– Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләрҙән Күктәр Батшалығын бикләп тотаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә индермәйһегеҙ!#23:13 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 14-се аят та бар: «Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Һеҙ ике йөҙлө! Тол ҡатындарҙың өйҙәрен үҙегеҙгә алаһығыҙ һәм, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡылаһығыҙ. Былар өсөн айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәкһегеҙ».
15Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Тик берәүҙе генә булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн, һеҙ диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде берәйһен килтерһәгеҙ, уны йәһәннәмгә үҙегеҙгә ҡарағанда икеләтә артыҡ дусар итәһегеҙ.
16Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла Йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла Йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ. 17Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла Йортомо? 18Һәм тағы: «Ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан килтереү урынындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ. 19Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан килтереү урынымы? 20Шуға күрә, ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була. 21Һәм Алла Йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була. 22Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була.
23Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине. 24Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!
25Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә эстән улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы. 26Һуҡыр фарисей, тәүҙә кәсәнең эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр!
27Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүек: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе тулы мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә! 28Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ.
29Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн мәмерйәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәбер һәйкәлдәрен биҙәйһегеҙ. 30«Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ. 31Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ.
32Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ! 33Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ? 34Шуға күрә, Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ. 35Шулай итеп, бөтә тәҡүә булған кешеләрҙең ерҙә түгелгән ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк: тәҡүә Һабил ҡанынан алып, ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында һеҙ үлтергән Варахиин улы Зәкәриәнең ҡанына тиклем. 36Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!
Ғайсаның Иерусалим хаҡында көйөнөүе
37Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! 38Хәҙер иһә Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. 39Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!
Currently Selected:
Матфей 23: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014