Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.