YouVersion Logo
Search Icon

Марк 1

1
Һыуға сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
1Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.
2Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һиңә юл әҙерләр.
3Сүлдә тауыш яңғырай:
Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».
4Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға#1:4 Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдерә торған йола. өндәп йөрөгән. 5Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды. 6Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7Вәғәзендә ул былай тине:
– Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. 8Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе
9Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды. 10Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. 11Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
12Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте. 13Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
14Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.
15– Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.
16Галилея күле#1:16 Галилея күле – был күлде «Геннисарет күле» тип тә атағандар. буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.
17– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар#1:17 Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра. итермен, – тине Ғайса уларға.
18Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. 20Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
21Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы. 22Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте. 23Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға шаҡшы рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:
24– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы. 25Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!
26Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте. 27Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән:
– Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!
28Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
29Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте. 30Симондың ҡәйнәһе тотош тәне ҡыҙып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр. 31Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы. 32Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр. 33Бөтөн ҡала халҡы Уның ишек алдына йыйылды. 34Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.
35Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды. 36Симон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. 37Килеп тапҡандан һуң:
– Бөтөн кеше Һине эҙләй, – тинеләр.
38– Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Мин шуның өсөн килдем дә инде, – тине Ғайса. 39Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.
Махаулыны таҙарындырыу
40Бер көндө махау сирле#1:40 Махау сире – дауалап бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы (русса «проказа»). кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла:
– Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.
41Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла:
– Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.
42Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды. 43-44Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып:
– Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
45Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.

Currently Selected:

Марк 1: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in