YouVersion Logo
Search Icon

Марк 2

2
Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
1Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. 2Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне. 3Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. 4Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр. 5Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.
6Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:
7– Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.
8Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине:
– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? 9Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? 10Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. 11– Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
12Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап:
– Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы
13Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте. 14Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп:
– Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.
15Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне. 16Фарисейҙар#2:16 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм. араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә:
– Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.
17Ғайса быны ишетеп:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.
Ураҙа тотоу һәм шәмбе көн тураһында һорауҙар
18Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп:
– Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар. 19Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. 20Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор.
21Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 22Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.
23Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы. 24Фарисейҙар Ғайсанан:
– Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.
25Ғайса уларҙан:
– Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тип һораны. 26Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән.
27Шунан Ғайса уларға:
– Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – 28Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы.

Currently Selected:

Марк 2: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in