Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, уларға:
– «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.
Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.