Ғәмәлдәр 8
8
1Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы.
Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.
2Алланы ололаусы кешеләр Стефанды ерләне, уның өсөн бик ныҡ ҡайғырып иланы. 3Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.
Илселәр Самарияла
4Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр. 5Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте. 6Халыҡ төркөмдәре, Филиптың һүҙҙәре һәм ул ҡылған хикмәттәр тәьҫирендә булараҡ, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңланы. 7Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты. 8Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды.
9Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине. 10Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында. 11Ул байтаҡ ваҡыттан бирле кешеләрҙе үҙенең сихырҙары менән хайран ҡалдырып килгәнлектән, уны диҡҡәт менән тыңлайҙар ине. 12Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды.
14Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе. 15Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды. 16Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле. 17Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды. 18Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте.
19– Мин ҡулдарымды ҡуйған һәр кешегә Изге Рух бирелһен өсөн, миңә лә шундай вәкәләт бирегеҙ әле, – тине ул.
20Әммә Петр уға:
– Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер. 23Мин һинең әсе көнсөллөккә тулышҡанлығыңды һәм гонаһ бығауында икәнлегеңде күрәм.
24– Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.
25Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.
Филипп һәм хәбәш кешеһе
26Раббының бер фәрештәһе Филипҡа:
– Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине.
Ул юл аулаҡ ине.
27Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш#8:27 Хәбәш – эфиоп. кешеһен осратты. Ул кеше алашар#8:27 Алашар – евнух. Был һүҙҙең төп нөсхәләге беренсе мәғәнәһе – «беселгән кеше». Ул ваҡыттарҙа һарайҙың ҡатын-ҡыҙ йәшәгән яғында беселгән кешеләр хеҙмәт иткән., кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән, 28әле үҙ иленә ҡайтып бара һәм үҙенең арбаһында Ишағыя пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29Рух Филипҡа:
– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
30Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте.
– Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан.
31– Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.
32Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине:
«Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде.
Йөнөн ҡырҡыусы алдында
өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ,
ауыҙын да асманы.
33Ул кәмһетелде,
ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде.
Уның киләсәк быуындары тураһында кем һөйләр?
Тормошо ерҙән алынды бит».
34Хәбәш иһә Филиптан:
– Зинһар өсөн, әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.
35Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе. 36-37Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте.
– Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш#8:36 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 37-се аят та бар: «„Ысын күңелеңдән иманға килһәң, мөмкин“, – тине Филипп. „Ғайса Мәсихтең Алла Улы икәнлегенә инанам“, – тине хәбәш»..
38Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды. 39Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филипты алып китте#8:39 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Улар һыуҙан сыҡҡас, хәбәшкә Изге Рух инде. Филипты Раббының бер фәрештәһе алып китте», – тип әйтелгән., хәбәш уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40Филипп иһә Азот ҡалаһында пәйҙә булды. Ул Кесарияға барып еткәнсе ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.
Atualmente Selecionado:
Ғәмәлдәр 8: BskNT14
Destaque
Compartilhar
Copiar
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapi.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fpt.png&w=128&q=75)
Quer salvar seus destaques em todos os seus dispositivos? Cadastre-se ou faça o login
© Институт перевода Библии, 2014