Logotipo da YouVersion
Ícone de Pesquisa

Ғәмәлдәр 7

7
Юғары кәңәшмә алдында Стефандың телмәре
1Иң баш рухани Стефандан:
– Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.
2– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән. 3Ул: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», – тигән. 4Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харранға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң уны Алла хәҙер һеҙ йәшәгән бына ошо яҡтарға күсергән. 5Бында уның үҙенә аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, ләкин уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары ла булмаған. 6Алла уға: «Һинең киләсәк быуындарың сит ерҙә килмешәк буласаҡ, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәйәсәк, – тип әйткән. 7– Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығасаҡ һәм был ерҙә Миңә хеҙмәт итәсәк». 8Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ Яҡубты, ә Яҡуб буласаҡ ун ике ырыу башлығын сөннәтләгән.
9Шул ырыу башлыҡтары, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған, 10уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен#7:10 Фирғәүен – боронғо Мысырҙа батшаны шулай атағандар. Еврейҙар Мысырҙан сығыр алдынан фирғәүен уларҙы аяуһыҙ иҙгән. иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән. 11Бөтә Мысырға һәм Ханаан еренә ҙур афәт килгән – аслыҡ башланған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған. 12Яҡуб Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән. 13Улар икенсе тапҡыр барғас, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кемлеген асҡан һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән. 14Йософ, хәбәр ебәреп, атаһы Яҡубты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡырған. 15Яҡуб Мысырға күсеп барған һәм үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа үлгәнсе шунда йәшәгән. 16Үлгәс, уларҙы Сихем ҡалаһына алып килеп, унда йәшәгән Еммор улдарынан көмөш аҡса түләп, Ибраһим һатып алған ҡәбергә һалғандар.
17Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған. 18Был хәл Йософто белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән. 19Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән. 20Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған, өс ай буйы үҙ атаһы йортонда тәрбиәләнгән. 21Ә сығарып ташланғас, Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп тәрбиәләй. 22Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.
23Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә үҙ туғандары – Израиль халҡы янына барыу теләге уяна. 24Улар янында булғанда бер мысырлының Израиль кешеһен рәнйетеүен күрә һәм уны яҡлай. Ул Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала. 25«Алла минең аша уларға ҡотолоу бирәсәген туғандарым аңлар», – тип уйлай Муса. Ләкин улар аңламай. 26Икенсе көндө, ике Израиль кешеһенең һуғышҡанын күреп, яндарына килгән. Тегеләрҙе татыулаштырырға теләп: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?» – тигән. 27Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне? 28Кисә Мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?» – тигән. 29Муса был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡасып киткән һәм Мадиам ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.
30Ҡырҡ йыл үткәс, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән. 31Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының: 32«Мин һинең ата-бабаларың табынған Алла. Мин – Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың Аллаһы», – тигән ауазын ишеткән. Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итә алмаған. 33Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған ер – изге урын. 34Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип ергә төштөм. Юлға сыҡ, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.
35«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде. 36Мысыр ерҙәрендә, Ҡыҙыл диңгеҙендә һәм ҡырҡ йыл буйына сүлдәрҙә мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәтеп, уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан. 37Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса. 38Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.
39Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән. 40Муса тауҙа булғанда Һарунға: «Юлыбыҙҙа беҙҙе алып барасаҡ илаһтар яһа. Беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән ни булғанын да белмәйбеҙ», – тигәндәр. 41Шунан һуң, быҙау ҡиәфәтле һын яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр һәм үҙ ҡулдары менән яһаған әйбергә ҡарап күңел асҡандар. 42Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм уларҙы йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә:
«Эй, Израиль халҡы!
Ҡырҡ йыл буйы сүлдә малдар һуйып,
Миңә тип ҡорбан килтерҙегеҙме?
43Юҡ, табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған шул һындарҙы –
Вавилондың Молох илаһының сатырын һәм
Ремфан илаһығыҙ йондоҙон –
һеҙ күтәреп йөрөнөгөҙ.
Шуға күрә Мин һеҙҙе
Вавилондан да арыраҡ һөрәсәкмен».
44Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә шаһитлыҡ сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефан. – Ул сатыр, Алла Мусаға бойорғанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһалған булған. 45Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар, Ешуа етәкселегендә, сатырҙы халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46Алла Дауытты яҡын күргән һәм Дауыт, израилдәр өсөн изге торлаҡ йорт һалырға тип, Унан рөхсәт һораған. 47Был йортто Аллаға Сөләймән һалған. 48Әммә Аллаһы Тәғәлә ҡул менән яһалған ҡоролмаларҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:
49«Күк – Минең тәхетем,
Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным.
Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? –
ти Раббы.
Минең йәшәй торған урыным ниндәй?
50Быларҙың һәммәһен дә
Минең ҡулдарым бар итмәнеме ни?»
51Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. 52Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. 53Һеҙ фәрештәләр аша Алланан бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ.
Стефандың үлтерелеүе
54Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты. 55Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.
56– Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын#7:56 Әҙәм Улы – Стефан бында ошо исем менән Ғайса Мәсихте атай. күрәм, – тине ул.
57Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра бөтәһе бергә Стефанға ташланды. 58Ҡаланан ҡыуып сығарып, уға таш бәрә башланылар. Шаһиттар иһә үҙҙәренең өҫ кейемен Савл исемле бер йәш егет янына ҡуйып торҙо. 59Улар таш бәргән ваҡытта Стефан доға ҡылды ла:
– Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит, – 60тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.

Atualmente Selecionado:

Ғәмәлдәр 7: BskNT14

Destaque

Compartilhar

Copiar

None

Quer salvar seus destaques em todos os seus dispositivos? Cadastre-se ou faça o login