Рух Филипҡа:
– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте.
– Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан.
– Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.