Ғәмәлдәр 11
11
Иерусалимда Петрҙың аҡланыуы
1Илселәр һәм Йәһүҙиә буйлап йәшәгән иман тотоусылар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. 2-3Петр Иерусалимға килгәс, сөннәтле иман тотоусылар уны:
– Һин сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип әрләнеләр.
4Петр уларға эҙмә-эҙлекле аңлатып бирҙе:
5– Мин Иоппия ҡалаһында доға ҡыла инем һәм, зиһенем томаланып, миңә илаһи күренмеш килде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. 6Эсенә диҡҡәт менән ҡарағас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7Шунан һуң: «Тор, Петр, быларҙы һуй ҙа аша», – тигән тауыш ишеттем. 8«Юҡ, Раббым! Бер ҡасан да минең ауыҙыма шаҡшы йәки харам нәмәнең ингәне юҡ», – тинем мин. 9Күктән килгән ауаз миңә икенсе тапҡыр: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», – тине. 10Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды.
11Нәҡ шул саҡта мин торған йорт алдына Кесариянан яныма ебәрелгән өс кеше килеп баҫты. 12Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек. 13Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды саҡырыу өсөн Иоппияға кешеләр ебәр. 14Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән.
15Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде. 16Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм. 17Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр.
18Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап:
– Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.
Антиохияла имандаштар берҙәмлеге
19Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. 20Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. 21Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр инанып Раббыға табан боролдо.
22Был туралағы хәбәр Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлегенә барып етте. Варнаваны Антиохияға ебәрҙеләр. 23Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.
25Шунан һуң Варнава Савлды эҙләп Тарсҡа барҙы, уны табып 26Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр#11:26 Мәсихселәр – Ғайса Мәсихтең эйәреүселәре. тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.
27Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде. 28Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар#11:28 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми исемдәренең береһе. Клавдий б. э. 41-54 йылдарында идара иткән. Клавдий заманында булды). 29Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. 30Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.
Atualmente Selecionado:
Ғәмәлдәр 11: BskNT14
Destaque
Compartilhar
Copiar

Quer salvar seus destaques em todos os seus dispositivos? Cadastre-se ou faça o login
© Институт перевода Библии, 2014