Logotipo da YouVersion
Ícone de Pesquisa

Ғәмәлдәр 10

10
Йөҙбашы Корнилий
1Кесарияла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилий исемле бер кеше бар ине. 2Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә диндар булып, Алланы ололанылар. Ул йәһүдтәргә күп хәйер-саҙаҡа бирҙе һәм һәр ваҡыт Аллаға ғибәҙәт ҡылды.
3Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнилийға ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп:
– Корнилий! – тип өндәште.
4Корнилий ҡурҡып китте, уға күҙҙәрен төбәне:
– Нимә, әфәнде?
– Доғаларыңды һәм хәйерҙәреңде ҡорбанға һанап, Алла һине иҫкә алды, – тип яуап бирҙе фәрештә. – 5Хәҙер Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә Иоппияға кешеләр ебәр. 6Ул күн оҫтаһы Симонда ҡунаҡта, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан.
7Фәрештә киткәс, Корнилий хеҙмәтселәренең икеһен һәм шәхси ғәскәриҙәре араһынан диндар булған берәүһен саҡырып алды. 8Һәммәһен аңлатып, уларҙы Иоппияға ебәрҙе.
Петр күргән илаһи күренмеш
9Икенсе көндө был кешеләр ҡалаға яҡынлашып килгән мәлдә, көндөҙгө ун икеләр тирәһендә, Петр доға ҡылыр өсөн яҫы түбәле өйҙөң башына менде. 10Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, зиһене томаланып, Петрға илаһи күренмеш килде. 11Ул күктең асылыуын һәм ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. 12Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.
13Ул:
– Тор, Петр, быларҙы һуйып аша, – тигән һүҙҙәр ишетте.
14Әммә Петр:
– Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки харам нәмә ашағаным булманы, – тине.
15Шунда ул йәнә:
– Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама, – тигән тауыш ишетте.
16Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. 17Петр үҙе күргән был илаһи күренмештең ни аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнилий ебәргән кешеләр Симондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә барып баҫтылар:
18– Петр тип тә йөрөтөлгән Симон бында туҡталдымы? – тип ҡысҡырҙылар.
19Үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Рух Петрға:
– Һине өс кеше эҙләй. 20Төш тә, һис тә шикләнмәйенсә, улар менән бар. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.
21Петр Корнилий ебәргән кешеләр янына төштө:
– Һеҙ эҙләгән кеше – мин. Ниндәй эш менән килдегеҙ?
22– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололаусы, бөтөн йәһүд халҡы алдында хөрмәтле булған йөҙбашы Корнилий ебәрҙе. Ул изге фәрештәнән һине үҙ өйөнә саҡырырға һәм һин һөйләйәсәк һүҙҙәрҙе тыңларға бойороҡ алды, – тине улар.
Петр менән Корнилийҙың осрашыуы
23Петр был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә китте, Иоппиянан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. 24Икенсе көндө Кесарияға килеп еттеләр. Корнилий иһә, үҙенең туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине. 25Петр ихатаға ингәндә Корнилий ҡаршы сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылды.
26– Тор, мин дә кеше бит, – тип Петр уны торғоҙҙо.
27Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петр унда күп кеше йыйылғанын күреп:
28– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. 29Шунлыҡтан, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырттығыҙ? – тине.
30– Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнилий. – Ҡапыл алдымда аҡһыл-ялтырауыҡ кейем кейгән бер кеше пәйҙә булды 31һәм миңә: «Корнилий, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. 32Иоппиянан Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Симондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. 33Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы эшләнең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.
Корнилийҙың өйөндә Петрҙың вәғәз һөйләүе
34– Алланың кеше айырмауын мин хәҙер ысынлап та аңлайым, – тип һүҙен башланы Петр. – 35Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай. 36Алла, Ғайса Мәсих килтергән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Израиль халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – һәммәбеҙҙең Хужаһы. 37Яхъя, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ, тип иғлан иткәндән һуң, Галилеянан башлап бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: 38Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. 39Беҙ йәһүдтәр илендә һәм Иерусалимда Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһиты. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, 40ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. 41Үҙ ихтыяры буйынса, Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә Үҙе алдан уҡ һайлаған шаһиттарына күрһәтте. Ул шаһиттар – беҙ, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашаған-эскән кешеләр. 42Ғайса тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. 43Барса пәйғәмбәрҙәр, Уға инанған һәр кемдең Уның арҡылы гонаһтары кисереләсәк, тип Уның тураһында һөйләнеләр, – тине Петр.
Мәжүсиҙәргә Изге Рух бирелеү
44Петр нотоғон һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух инде. 45Петр менән бергә килгән сөннәтле иман тотоусылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. 46Улар бүтән телдәрҙә Алланы ололап маҡтағандарын ишетте. Шул ваҡыт Петр:
47– Был кешеләргә, беҙҙең кеүек үк, Изге Рух бирелде. Шуға күрә уларҙы һыуға сумдырыуҙан кем тыя алыр? – тине.
48Ул уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Шунан һуң Петрҙың үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын үтенделәр.

Atualmente Selecionado:

Ғәмәлдәр 10: BskNT14

Destaque

Compartilhar

Copiar

None

Quer salvar seus destaques em todos os seus dispositivos? Cadastre-se ou faça o login