1
Матфей 6:33
Инжил
Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер.
比較
Матфей 6:33で検索
2
Матфей 6:34
Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек.
Матфей 6:34で検索
3
Матфей 6:25
Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға һәм нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни?
Матфей 6:25で検索
4
Матфей 6:6
Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.
Матфей 6:6で検索
5
Матфей 6:9-10
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен.
Матфей 6:9-10で検索
6
Матфей 6:11
Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир.
Матфей 6:11で検索
7
Матфей 6:12
Беҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы беҙ кисергән кеүек, беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе Һин кисер.
Матфей 6:12で検索
8
Матфей 6:13
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Матфей 6:13で検索
9
Матфей 6:14
Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер.
Матфей 6:14で検索
10
Матфей 6:26
Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?
Матфей 6:26で検索
11
Матфей 6:19-21
Үҙегеҙгә байлыҡты ерҙә йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар инеп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа инеп урламай. Хазинаң ҡайҙа, күңелең дә шунда булыр.
Матфей 6:19-21で検索
12
Матфей 6:24
Берәү ҙә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Матфей 6:24で検索
13
Матфей 6:30
Бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни, эй, һеҙ, имандары аҙҙар?
Матфей 6:30で検索
14
Матфей 6:3-4-3-4
Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.
Матфей 6:3-4-3-4で検索
15
Матфей 6:1
Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.
Матфей 6:1で検索
16
Матфей 6:16-17-18
Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрһен өсөн, ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу; шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер.
Матфей 6:16-17-18で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ