1
Матфей 7:7
Инжил
Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.
比較
Матфей 7:7で検索
2
Матфей 7:8
Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
Матфей 7:8で検索
3
Матфей 7:24
Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
Матфей 7:24で検索
4
Матфей 7:12
Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
Матфей 7:12で検索
5
Матфей 7:14
Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
Матфей 7:14で検索
6
Матфей 7:13
Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
Матфей 7:13で検索
7
Матфей 7:11
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.
Матфей 7:11で検索
8
Матфей 7:1-2
Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
Матфей 7:1-2で検索
9
Матфей 7:26
Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар.
Матфей 7:26で検索
10
Матфей 7:3-4
Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың?
Матфей 7:3-4で検索
11
Матфей 7:15-16
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни?
Матфей 7:15-16で検索
12
Матфей 7:17
Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә.
Матфей 7:17で検索
13
Матфей 7:18
Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай.
Матфей 7:18で検索
14
Матфей 7:19
Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар.
Матфей 7:19で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ