1
Матфей 5:15-16
Инжил
Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта. Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
比較
Матфей 5:15-16で検索
2
Матфей 5:14
Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ.
Матфей 5:14で検索
3
Матфей 5:8
Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.
Матфей 5:8で検索
4
Матфей 5:6
Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.
Матфей 5:6で検索
5
Матфей 5:44
Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.
Матфей 5:44で検索
6
Матфей 5:3
– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Матфей 5:3で検索
7
Матфей 5:9
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Матфей 5:9で検索
8
Матфей 5:4
Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.
Матфей 5:4で検索
9
Матфей 5:10
Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
Матфей 5:10で検索
10
Матфей 5:7
Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
Матфей 5:7で検索
11
Матфей 5:11-12
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.
Матфей 5:11-12で検索
12
Матфей 5:5
Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
Матфей 5:5で検索
13
Матфей 5:13
Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
Матфей 5:13で検索
14
Матфей 5:48
Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Матфей 5:48で検索
15
Матфей 5:37
Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.
Матфей 5:37で検索
16
Матфей 5:38-39
«Күҙгә – күҙ» һәм «тешкә – теш» тиелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.
Матфей 5:38-39で検索
17
Матфей 5:29-30
Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
Матфей 5:29-30で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ