Ғәмәлдәр 17
17
Фессалоника ҡалаһында боларыш
1Илселәр, Амфиполь һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Фессалоника ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. 2Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. 3Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте.
– Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел.
4Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бик күп гректар һәм уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Павел менән Силаға ҡушылды. 5Ләкин бүтән йәһүдтәр быға көнләшеп, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Павел менән Силаны халыҡ алдына алып сығыу өсөн, уларҙы Иасондың өйөнә барып эҙләнеләр. 6Илселәрҙе тапмағас, Иасонды һәм иман тотоусы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр.
– Бөтә ерҙә бола күтәреп, тыныслыҡты боҙоп йөрөүселәр бында ла килгән. 7Ә Иасон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, башҡа берәүҙе – Ғайсаны батша тип иҫәпләй, – тип ҡысҡырҙылар.
8Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. 9Ә Иасонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр.
Илселәр Верия ҡалаһында
10Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. 11Бындағы кешеләр Фессалоника ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн, Павел һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, Изге Яҙманы өйрәнде. 12Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы.
13Әммә, Павелдың Верия ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Фессалоникала йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы. 14Тиҙ арала имандаштары Павелды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Сила менән Тимофей Верияла ҡалды. 15Павелды оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Павел улар аша Силаға һәм Тимофейға мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты.
Павел Афинала
16Сила менән Тимофейҙы көткәндә, был ҡалала һындарҙың күп булыуын күреп, Павел бик ныҡ әсенде. 17Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште.
18Шулай бер көн ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре – эпикурсылар һәм стоиктар#17:18 Эпикурсылар – Эпикур асҡан фәлсәфә мәктәбе ағзалары (б. э. тиклем 341-270 йй). Стоиктар – Зенон б. э. тиклем 340-265 йылдарҙа нигеҙ һалған фәлсәфә мәктәбе ағзалары. – Павел менән бәхәскә инде. Ул Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре:
– Был тел биҫтәһе ни әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре:
– Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште. 19Улар Павелды үҙҙәре менән Ареопагҡа#17:19 Ареопаг – Афина ҡалаһы урынлашҡан ҡалҡыулыҡтарҙың береһендә – Ареопаг ҡалҡыулығындағы йыйылыштар урынын һәм хөкөм итеү шураһын шулай атағандар. алып барҙы.
– Һин вәғәзләгән был яңы тәғлимәт тураһында белә алабыҙмы? 20Һин бит сәйер һүҙҙәр һөйләйһең. Беҙ бының ни икәнен белергә теләйбеҙ, – тинеләр.
21Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәүсе сит ил кешеләренең иң яратҡан шөғөлө ине.
22Павел Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты.
– Афина халҡы! Һеҙҙең бөтә яҡлап бик тә диндар булыуығыҙҙы күреп торам, – тине ул. – 23Һеҙҙең изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан килтереү урынын да күрҙем. Мин үҙегеҙ белмәгән, ләкин һеҙ табына торған шул Алла тураһында вәғәз һөйләйем.
24Донъяны һәм уның эсендәге һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше төҙөгән һарайҙарҙа йәшәмәй, 25кешеләрҙең Уға хеҙмәт итеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм бөтә нәмәне бирә. 26Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул берәүҙән бар халыҡтарҙы барлыҡҡа килтерҙе, ваҡытты һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. 27Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр һәм Уға һиҙемләп юл тапмаҫтармы икән тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел. 28Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тип әйткән кеүек, «беҙ Уның мәрхәмәте арҡаһында йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ». 29Шуға күрә беҙ, Алла нәҫеленән булараҡ, Алла оҫта кешенең ҡулы һәм хыялы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә. 31Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.
32Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре:
– Был хаҡта һине тағы бер тапҡыр тыңларбыҙ, – тине.
33Шунан һуң Павел Ареопагтан сыҡты. 34Ҡайһы бер кешеләр уға эйәреп иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионисий, Дамарь исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине.
Sélection en cours:
Ғәмәлдәр 17: BskNT14
Surbrillance
Partager
Copier

Tu souhaites voir tes moments forts enregistrés sur tous tes appareils? Inscris-toi ou connecte-toi
© Институт перевода Библии, 2014