Ғәмәлдәр 18
18
Павел Коринф ҡалаһында
1Бынан һуң Павел Афинанан китте һәм Коринф ҡалаһына килде. 2Ул унда Акила атлы бер йәһүдте һәм уның Прискилла исемле ҡатынын осратты. Клавдий ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, сығышы менән Понт өлкәһенән булған Акила ҡатыны менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Павел улар янына барҙы. 3Һөнәрҙәре бер үк булыу сәбәпле, Павел шунда ҡалды һәм улар менән бергә эшләне. Кәсептәре сатыр яһау ине. 4Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала, йәһүдтәрҙе һәм гректарҙы ышандырырға тырышып, улар менән әңгәмә ҡорҙо.
5Сила менән Тимофей Македониянан килгәс, Павел бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. 6Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып:
– Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.
7Ул, сығып, Аллаға хөрмәт күрһәткән һәм ғибәҙәтханаға йәнәш кенә йәшәгән Титий Иуст исемле кешенең өйөнә барҙы. 8Ғибәҙәтхана башлығы Крисп иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Павелдың һөйләгәндәрен ишетеп, күп кенә коринфтар ҙа иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.
9Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы:
– Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. 10Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп, яманлыҡ ҡыла алмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.
11Павел, иман тотоусыларҙы Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринфта йыл ярым йәшәне.
12Ахаияла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Павелға ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы.
13– Ул кешеләрҙе Аллаға табынырға ҡанунда әйтелмәгәнсә өйрәтә, – тинеләр.
14Павел һүҙен башларға ғына теләгәйне, Галлион йәһүдтәргә:
– Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылынһа, һеҙҙе түҙемлек менән тыңларға сәбәп булыр ине. 15Әммә мәсьәлә һүҙҙәргә, фекер айырымлығына һәм ҡанунығыҙға бәйле, шуға күрә уны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип 16уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы.
17Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосфенды тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне.
Павелдың Антиохияға ҡайтыуы
18Павел, Коринфта тағы байтаҡ көндәр булғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акила ла уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Павел Кенхрейҙа сәсен алдырҙы.
19Ефесҡа килеп еткәс, Павел юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. 20Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡ ваҡытҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Павел риза булманы. 21Улар менән һаубуллашып:
– Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине.
Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте#18:21 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Акила һәм Прискилла Ефеста ҡалды» тип өҫтәлгән.. 22Кесарияға барып еткәс, караптан төшөп Иерусалимға килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. 23Унда бер аҙ ваҡыт торғас, Павел юлға сыҡты. Бөтә шәкерттәрҙе иманда нығытып, Галатия һәм Фригия аша үтте.
Аполлостың Ефеста вәғәз һөйләүе
24Ефесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул телгә оҫта, Яҙманы белә 25һәм Раббы юлына өйрәтелгән ине. Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Раббы тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. 26Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акила, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. 27Аполлос Ахаияға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иман тотоусыларға күп ярҙам күрһәтте. 28Ул, Изге Яҙма аша Ғайсаның Мәсих икәнлеген ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы.
Sélection en cours:
Ғәмәлдәр 18: BskNT14
Surbrillance
Partager
Copier

Tu souhaites voir tes moments forts enregistrés sur tous tes appareils? Inscris-toi ou connecte-toi
© Институт перевода Библии, 2014