Ғәмәлдәр 8
8
1Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе.
Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар.
2Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы. 3Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты.
Илселәр Самарияла
4Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. 5Филиппус, Самарияның бер ҡалаһына барып, халыҡҡа Мәсих тураһында бәйән итте. 6Филиппус һөйләгәндәрҙе бар халыҡ диҡҡәт менән тыңланы һәм ул ҡылған мөғжизәләрҙе күрҙе: 7ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, яуыз рухтар сыҡты, фалиж#8:7 Фалиж – руссаһы: паралич. һуҡҡан кешеләр, аҡһаҡтар күпләп һауыҡты. 8Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды.
9Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт, сихырсылыҡ ҡылып, Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Шимғон исемле берәү бар ине. 10Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында. 11Оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙенең сихырҙары менән халыҡты хайран ҡалдырып килеүе өсөн тыңланылар был Шимғонды. 12Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 13Шимғон үҙе лә иманға килде һәм, һыуға сумдырылғандан һуң, Филиппустан бер тотам да ҡалманы. Ул ҡылған хикмәттәрҙе һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләрҙе күреп, хайран ҡалды.
14Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе. 15Петрус менән Яхъя бында иманға яңы килгән кешеләрҙең Изге Рухты ҡабул итеп алыуы өсөн доға ҡылды, 16сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәйне, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгәйне әле. 17Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте. 18Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күргән Шимғон уларға аҡса тәҡдим итте.
19– Миңә лә шундай ҡөҙрәт бирегеҙ әле, кемдең башына ҡулымды ҡуйһам, шул кеше Изге Рухты алһын, – тине.
20Әммә Петрус уға:
– Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – 21Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. 22Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер. 23Мин һинең әсе көнсөллөккә батҡаныңды һәм гонаһ сылбыры менән бығауланғаныңды күрәм.
24– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.
25Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.
Филиппус һәм Хәбәшстан кешеһе
26Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа:
– Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.
27Филиппус йыйынып шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәшиҙе#8:27 Хәбәши – эфиоп. осратты. Ул кеше алашар#8:27 Алашар – «беселгән кеше». Улар йыш ҡына батша һарайында мөһим урын биләгән., кәндәки, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Йәрүсәлимгә килгән, 28әле үҙенең иленә ҡайтып бара һәм арбаһында Ишағыяһ пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. 29Рух Филиппусҡа:
– Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
30Филиппус арба янына йүгереп килде, унда хәбәшиҙең Ишағыяһ пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишетте.
– Нимә тураһында уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны.
31– Берәйһе төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, хәбәши Филиппусты үҙенең эргәһенә арбаға ултырырға саҡырҙы.
32 #
Ишғ 53:7-8. Хәбәши Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине:
«Салырға килтерелгән һарыҡ шикелле,
йөнөн ҡырҡыусы алдында
өнһөҙ торған бәрәс кеүек,
Ул ауыҙын асманы.
33Ул кәмһетелде,
ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде.
Уның нәҫеле хаҡында кем һөйләр?
Тормошо ерҙән алынды бит».
34Хәбәши Филиппустан:
– Әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында – үҙе хаҡында һөйләйме, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.
35Филиппус уға ошо урындан башлап аңлатып бирҙе һәм Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләне. 36-37Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте.
– Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши#8:36-37 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 37-се аят та бар: «„Ысын күңелеңдән иманға килһәң, мөмкин“, – тине Филиппус. „Ғайса Мәсихтең Алла Улы икәнлегенә инанам“, – тине хәбәши»..
38Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде, һәм Филиппус уны һыуға сумдырып алды. 39Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте#8:39 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Улар һыуҙан сыҡҡас, хәбәшигә Изге Рух инде. Филиппусты Раббының бер фәрештәһе алып китте», – тип әйтелгән., хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. 40Филиппус иһә Ашдод ҡалаһына барып сыҡты. Ул Ҡайсареяға барып еткәнсе юлындағы ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023