YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 7

7
Стефанустың телмәре
1Иң баш ҡаһин Стефанустан:
– Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.
2– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип башланы һүҙен Стефанус. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харан ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға шөһрәтле Алла күренгән. 3#Баш 12:1.Ул: «Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит», – тигән. 4Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харанға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң, Алла уны хәҙер һеҙ йәшәгән ошо илгә күсергән. 5#Баш 13:15.Бында уға аҫабалыҡ та, аяҡ баҫыр ер ҙә бирмәгән, ләкин, ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары булмаһа ла, уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе милек итеп бирергә вәғәҙә иткән. 6#Баш 15:13-14.Алла уға: «Һинең тоҡомоң сит ерҙә килмешәк булыр, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәр, – тигән. 7#Сығ 3:12.– Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығыр һәм ошо ерҙә Миңә ғибәҙәт ҡылыр». 8#Баш 17:9-10.Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ – Яҡупты, ә Яҡуп киләсәктә ун ике ырыу башлығы булып киткән үҙ улдарын сөннәтләгән.
9 # Баш 37:28. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған, 10#Баш 41:40.уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған. 11Шунан Мысыр һәм Ҡәнғән ерендә ҙур афәт – аслыҡ башланған, ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған. 12Яҡуп, Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән. 13Улар икенсе тапҡыр барғанда, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кем икәнен әйткән һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән. 14Шунан һуң Йософ атаһы Яҡупты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡыртып алған. 15Яҡуп Мысырға күсеп барған. Ул да, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған. 16#Баш 50:13.Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.
17Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған. 18#Сығ 1:8.Был хәл Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән. 19#Сығ 1:22.Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн ташларға мәжбүр иткән. 20#Сығ 2:2, 10.Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған. Өс ай буйы атаһы йортонда тәрбиәләнгәндән һуң, 21уны сығарып ташларға мәжбүр булалар. Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп үҫтерә. 22Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.
23Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә туғандарын – Исраил халҡын барып күреү теләге уяна. 24#Сығ 2:11-14.Улар янында булғанда бер мысырҙың Исраил кешеһен рәнйеткәнен күреп, уны яҡлай. Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала. 25Муса: «Туғандарым Алланың минең аша үҙҙәренә ҡотолоу бирәсәген аңлар», – тип уйлай. Ләкин улар аңламай. 26Икенсе көндө Муса, ике Исраил кешеһенең һуғышҡанын күреп, уларҙы яраштырырға теләй: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе рәнйетәһегеҙ?» 27Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе кеше, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы? 28Кисә мысыр кешеһен үлтергән кеүек, әллә мине лә үлтерергә итәһеңме?» – тигән. 29Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Муса ҡасып киткән һәм Мидйән ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.
30 # Сығ 3:1-10. Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән. 31Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының тауышын ишеткән: 32«Мин һинең ата-бабаларыңдың Аллаһы – Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһымын». Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итмәгән. 33Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер. 34Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип төштөм. Ә хәҙер бар, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.
35«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде. 36Муса халыҡты Мысырҙан алып сыҡҡан. Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙҙә һәм сүлдә ҡырҡ йыл буйына мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәткән. 37#Ҡнн 18:15.Исраил халҡына: «Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр», – тип әйткән дә – шул Муса. 38#Ҡнн 32:47.Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.
39Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән. 40#Сығ 32:1-6.Муса тауҙа булғанда, улар Һарунға: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһтар эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тигәндәр. 41Шунан һуң улар үгеҙ башмаҡ яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр, ҡулдары эшләгән әйбергә ҡарап күңел асҡандар. 42#Ғам 5:25-27.Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә:
«Эй, Исраил нәҫеле!
Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә
һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни?
43Юҡ, үҙегеҙ менән һеҙ
Мөләх сатырын,
Райфан илаһығыҙҙың йондоҙон,
табыныр өсөн үҙегеҙ яһап алған һындарҙы алдығыҙ.
Шуға күрә Мин һеҙҙе
Бабилдан да арыраҡ һөргөнгә оҙатам».
44 # Сығ 25:8-9. – Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә Килешеү сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефанус. – Ул сатыр Алла бойороғо буйынса, Муса күргән өлгө буйынса яһалған булған. 45Ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар сатырҙы Йушағ етәкселегендә, халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барып ҡуйған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған. 46#2 Бат 7:2, 4-5, 12-13.Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған. 47Мәгәр был йортто Аллаға Сөләймән һалған. 48Әммә Юғарыларҙан Юғары әҙәм ҡулы менән һалынған йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:
49 # Ишғ 66:1-2. «Күк – Минең тәхетем,
ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс.
Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? –
ти Раббы. –
Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
50Быларҙың барыһын да
Минең ҡулдарым бар ҡылманымы ни?»
51 # Йер 6:10. # Ишғ 63:10. – Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. 52Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. 53Фәрештәләр аша бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алып та, уны үтәмәнегеҙ.
Стефанусты үлтереү
54Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты. 55Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.
56– Ана, – тине ул. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын#7:56 Әҙәм Улы – Стефанус бында ошо исем менән Ғайса Мәсихте атай (ҡарағыҙ: «Даниил», 7:13). күрәм!
57Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды. 58Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо. 59#Зәб 30:6.Таш бәргән ваҡыттарында Стефанус доға ҡылды:
– Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит!
60Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән:
– Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине.
Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in