1
Ғәмәлдәр 7:59-60
Изге Яҙма
Таш бәргән ваҡыттарында Стефанус доға ҡылды: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит! Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.
Compare
Explore Ғәмәлдәр 7:59-60
2
Ғәмәлдәр 7:49
«Күк – Минең тәхетем, ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? – ти Раббы. – Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Explore Ғәмәлдәр 7:49
3
Ғәмәлдәр 7:57-58
Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды. Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо.
Explore Ғәмәлдәр 7:57-58
Home
Bible
Plans
Videos