Ғәмәлдәр 7:57-58
Ғәмәлдәр 7:57-58 БАШИЯ2023
Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды. Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо.