Ғәмәлдәр 9
9
Раббының Шаулды саҡырыуы
1Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан 2Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне.
3Юлда барғанда, инде Дамаскка яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Шаулдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. 4Ул ергә йығылды һәм:
– Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.
5– Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул.
– Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – 6Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.
7Шаул менән бергә йөрөгән кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар, килгән тауышты ишетһә лә, һис кемде күрмәне.
8Шаул ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәрен асҡас, бер нәмә лә күрмәй булып сыҡты. Шунлыҡтан Дамаскка уны етәкләп алып килделәр. 9Өс көн буйы ул бер нәмә лә күрмәне, ашаманы ла, эсмәне лә.
Һананиастың Шаулды һауыҡтырыуы
10Дамаскта Һананиас исемле бер шәкерт йәшәй ине. Уға килгән илаһи күренмештә Раббы:
– Һананиас! – тине.
– Эйе, Раббым.
11– Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. 12Шаулға илаһи күренмеш килде. Унда Һананиас исемле берәү уның янына килде лә, Шаулдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.
13– Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем. 14Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас.
15Әммә Раббы уға:
– Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым. 16Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.
17Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып:
– Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.
18Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. 19Ашап алғас, уға хәл инеп китте.
Шаулдың Дамаскта вәғәз һөйләп йөрөүе
Шаул шәкерттәр менән бер нисә көн Дамаскта булды. 20Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә:
– Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы.
21Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып:
– Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште.
22Ә Шаулдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскта йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.
23Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. 24Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды. 25Төндә шәкерттәр уны, кәрзингә ултыртып, ҡала диуары буйлап ергә төшөрҙө.
Шаул Йәрүсәлимдә
26Йәрүсәлимгә килгәс, Шаул шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар Шаулдың Ғайса шәкерте булыуына ышанманы, унан ҡурҡтылар. 27Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе.
28Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләп, Шаул Йәрүсәлимдә илселәр менән бергә йөрөнө. 29Ул йыш ҡына грек телле йәһүдтәр менән әңгәмәләр ҡорҙо, бәхәсләште, ә тегеләре уны үлтерергә тырышты. 30Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Ҡайсареяға оҙаттылар, ә унан Тарсосҡа ебәрҙеләр.
31Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.
Энейҙың һауығыуы
32Петрус иһә, бер ҡаланан икенсеһенә йөрөй торғас, Луддала йәшәүсе иманлылар янына килде. 33Унда ул фалиж һуғып, һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.
34– Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус.
Эней шунда уҡ торҙо. 35Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды.
Табиҫаның терелеүе
36Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас»)#9:36 Доркас – арами телендә – «Табиҫа». Был исемдәр ике телдә лә «ҡыр кәзәһе» тигән мәғәнәлә. исемле бер шәкерт ҡатын бар ине. 37Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә һалдылар.
38Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр. 39Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.
40Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо:
– Табиҫа, тор!
Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы. 41Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.
42Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды. 43Петрус байтаҡ көндәр Яфола Шимғон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 9: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023