Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып:
– Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине.
Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.