Ғәмәлдәр 10
10
Йөҙ башы Корнелиус
1Ҡайсареяла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Корнелиус исемле бер кеше бар ине. 2Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды.
3Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнелиусҡа ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп:
– Корнелиус! – тине.
4Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны:
– Нимә, әфәнде?
– Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. – 5Хәҙер Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә Яфоға кешеләр ебәр. 6Ул күн оҫтаһы Шимғонда туҡталған, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан.
7Фәрештә киткәс, Корнелиус ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең шәхси йомоштарын үтәгән диндар бер ғәскәриҙе саҡырып алды. 8Уларға барыһын да аңлатҡас, Яфоға ебәрҙе.
Петрус күргән илаһи күренмеш
9Икенсе көндө төш мәлендә, был кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Петрус яҫы түбәле өйҙөң башына доға ҡылырға менде. 10Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, Петрусҡа илаһи күренмеш иңде. 11Ул күктең асылыуын һәм унан ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотолған килеш ергә төшөрөлгәнен күрҙе. 12#Лев 20:25.Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине.
13Бер тауыш уға:
– Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша, – тине.
14Әммә Петрус:
– Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмә ашағаным булманы, – тине.
15Шунда тауыш икенсе тапҡыр яңғыраны:
– Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!
16Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. 17Петрус үҙе күргән был илаһи күренмештең нимә аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнелиус ебәргән кешеләр Шимғондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә килеп баҫтылар.
18Улар ҡысҡырып:
– Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғон бында туҡталдымы? – тип һоранылар.
19Әле һаман үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Изге Рух Петрусҡа:
– Ана, һине өс кеше эҙләп килгән. 20Аҫҡа төш тә, бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән кит. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине.
21Петрус Корнелиус ебәргән кешеләр янына төштө:
– Һеҙ эҙләгән кеше – мин, – тине. – Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ?
22– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән, барлыҡ йәһүд халҡында хөрмәт ҡаҙанған йөҙ башы Корнелиус ебәрҙе. Изге фәрештә уға һине үҙенең өйөнә саҡырырға, һинең һөйләгәндәреңде тыңларға бойорҙо, – тинеләр.
Петрус менән Корнелиустың осрашыуы
23Петрус был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә юлға сыҡты. Яфонан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. 24Икенсе көндө Ҡайсареяға килеп еттеләр. Корнелиус туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине инде. 25Инеп килгән Петрусҡа ҡаршы сыҡҡан Корнелиус, уның аяҡтарына йығылып, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
26– Тор, мин дә кеше бит, – тине Петрус, уны торғоҙоп.
27Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петрус унда йыйылған халыҡты күреп:
28– Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты. 29Шуға, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: ни өсөн минең арттан кешеләр ебәрҙегеҙ? – тине.
30– Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнелиус. – Ҡапыл алдымда ялтырап торған кейем кейгән бер әҙәм пәйҙә булды 31һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. 32Яфонан Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Шимғондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. 33Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы иттең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ.
Петрустың вәғәзе
34 #
Ҡнн 10:17-18. – Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. – 35#Ишғ 56:6-7.Ул, ниндәй халыҡтан булыуына ҡарамаҫтан, Алланан ҡурҡҡан һәм хаҡ эштәр ҡылған кешене хуш күрә. 36Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы. 37Яхъя һыуға сумдырылыу йолаһын үтергә саҡырып иғлан итә башлағандан һуң, Галилеянан алып бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: 38Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. 39Беҙ – йәһүдтәр илендә һәм Йәрүсәлимдә Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһитыбыҙ. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, 40-41ә өсөнсө көндә Алла Уны терелтеп торғоҙҙо. Ғайсаны бөтә халыҡҡа түгел, ә беҙгә, Үҙе алдан уҡ һайлап алған, Ғайса үленән терелеп торғандан һуң Уның менән бергә ашап-эскән шаһиттарына, күрһәтте. 42Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. 43#Йер 31:34; Зәк 13:1.Уға инанған һәр кемдең гонаһтары Уның исеме аша ғәфү ителәсәк, тип барса пәйғәмбәрҙәр Уның тураһында һөйләне, – тине Петрус.
Мәжүсиҙәрҙең Изге Рухты ҡабул итеүе
44Петрус быларҙы һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух иңде. 45Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. 46Сөнки тегеләрҙең, таныш булмаған телдәрҙә һөйләшеп, Аллаға дан яуҙырғандарын ишетте. Шул ваҡыт Петрус:
47– Был кешеләр беҙҙең кеүек үк Изге Рухты ҡабул итеп алды. Шулай булғас, уларҙың һыуға сумдырылыуына кем ҡамасаулай алыр? – тине.
48Шулай итеп, Петрус уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Һуңынан улар Петрустан үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын һоранылар.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 10: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023