Ғәмәлдәр 11
11
Йәрүсәлимдә Петрустың аҡланыуы
1Илселәр һәм Йәһүҙиәләге имандаштар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. 2-3Петрус Йәрүсәлимгә килгәс, сөннәтле иманлылар уға:
– Һин, сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип ғәйеп ташланы.
4Петрус уларға баштан башлап ентекләп аңлатып бирҙе:
5– Яфо ҡалаһында доға ҡыла инем, шул мәл миңә илаһи күренмеш иңде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. 6Эсенә күҙ һалғас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. 7Шунан һуң: «Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша», – тигән тауыш ишеттем. 8«Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмәләрҙе ауыҙыма алғаным юҡ», – тинем мин. 9Күктән тауыш миңә тағы: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!» – тине. 10Өс тапҡыр шулай ҡабатланғандан һуң, барыһы ла кире күккә тартып алынды.
11Нәҡ шул ваҡытта Ҡайсареянан миңә ебәрелгән өс кеше мин туҡтаған йорт алдында тора. 12Изге Рух миңә бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән барырға ҡушты. Янымдағы бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ мине саҡырған кешенең өйөнә килеп еттек. 13Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды саҡырыу өсөн Яфоға кешеләр ебәр. 14Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән.
15Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә иңгән кеүек, уларға ла Изге Рух иңде. 16Шунда мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. 17Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус.
18Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап:
– Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр.
Антиохияла имандаштар берҙәмлеге
19Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. 20Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. 21Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо.
22Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр. 23Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. 24Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.
25Шунан һуң Барнабас, Шаулды эҙләп, Тарсосҡа китте, уны табып 26Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр#11:26 Мәсихселәр – Ғайса Мәсихкә эйәреүселәр. тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар.
27Шул осорҙа Йәрүсәлимдән Антиохияға бер нисә пәйғәмбәр килде. 28Уларҙың Һағаб исемле береһе тороп баҫты ла, Рух арҡылы алдан күреп, бөтә донъяла ҡаты аслыҡ буласағын әйтте. Ул аслыҡ ҡайсар#11:28 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми исемдәренең береһе. Клаудиус б.э. 41–54 йылдарында идара иткән. Клаудиус заманында булды. 29Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. 30Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023