YouVersion Logo
Search Icon

Марк 9

9
1– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
2Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: 3кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 4Улар ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар. 5Петр Ғайсаға:
– Остаз#9:5 Остаз – грекса «Равви», йәһудтәрҙең дини остаздарына хөрмәтләп өндәшеү һүҙе., беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тине.
6Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. 7Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 8Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.
9Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 10Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. 11Ғайсанан иһә:
– Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.
12– Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? 13Ләкин һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.
Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
14Улар, бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, эргәләрендә күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе. 15Ғайсаны күреү менән, бөтөн халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16Ғайса шәкерттәренән:
– Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.
17Халыҡ төркөмөнән берәү:
– Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә шаҡшы рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. 18Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине.
19– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!
20Уны Ғайса янына алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, шаҡшы рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы, бала ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрәп йөрөнө. 21Ғайса малайҙың атаһынан:
– Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны.
– Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – 22Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!
23– Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
24Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!
25Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа:
– Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.
26Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.
28Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
29– Бындай ендәрҙе бүтән бер нисек тә түгел, бары тик доға менән#9:29 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «...бары тик доға һәм ураҙа менән генә...» тиелгән. генә ҡыуып сығарып була, – тине Ғайса.
Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе тураһында ҡабат әйтеүе
30Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ә Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, 31сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине.
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.
32Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар.
Кем иң бөйөгө?
33Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән:
– Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.
34Тегеләр иһә өндәшмәне, сөнки юл буйынса араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында бәхәс ҡорғайнылар. 35Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып:
– Беренсе булырға теләгән иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.
36Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә:
37– Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.
«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы»
38– Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.
39Ғайса иһә былай яуап бирҙе:
– Тыймағыҙ уны. Минең исемем аша мөғжизәле эш ҡыла алған кеше тиҙ генә Миңә ҡарата яман һүҙ һөйләмәҫ. 40Сөнки кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. 41Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
42Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 43-44Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк#9:43 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 44-се, 46-сы аяттар ҙа бар: «Унда кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй».. 45-46Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк#9:45 43-сө аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.. 47Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк. 48Йәһәннәмдә кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. 49Һәр кем ут менән «тоҙланыр»#9:49 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәр ҡорбан тоҙ менән тоҙланыр» тигән һүҙҙәр ҙә бар..
50Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.

Currently Selected:

Марк 9: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in