Марк 10
10
Ир менән ҡатындың айырылышыуы тураһында
1Ғайса, бынан китеп, Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы ерҙәренә килде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтте. 2Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн:
– Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.
3– Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса.
4– Муса ир кешегә ҡатынын, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар.
5– Ул был әмерҙе күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә яҙған, – тине Ғайса. – 6Тәүҙән үк, бөтөн нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты». 7«Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр 8һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. 9Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.
10Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны.
11– Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – 12Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла.
Ғайсаның балаларға биргән фатихаһы
13Ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. 14Быны күргән Ғайса асыуланды:
– Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы. 15Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.
16Ул, балаларҙы ҡосаҡлап, уларға ҡулдарын ҡуйҙы һәм фатихаһын бирҙе.
Байлыҡ һәм ҡотҡарылыу
17Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып:
– Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
18– Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә изгелекле түгел. 19Һин Уның әмерҙәрен беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».
20Теге иһә Уға:
– Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тине.
21Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде.
– Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.
22Теге кеше иһә, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: бик бай ине ул.
23Ғайса тирә-яғына ҡарап алды ла шәкерттәренә:
– Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тине.
24Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде.
– Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – 25Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.
26Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара:
– Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр.
27Ғайса уларға ҡарап:
– Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға мөмкин. Аллаға бөтә нәмә лә мөмкин, – тине.
28Петр һүҙ башланы:
– Бына беҙ, бөтөн нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек.
29– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәре, 30был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар ғына түгел, ә эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә инде киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. 31Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.
Ғайсаның Үҙенең үлеме тураһында өсөнсө тапҡыр әйтеүе
32Улар Иерусалимға китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә саҡырып, Үҙ башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы:
33– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. 34Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор.
Яҡуб менән Яхъяның үтенесе
35Уның янына Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъя килде.
– Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар.
36– Һеҙҙең өсөн нимә эшләйем һуң?
37Улар былай тип яуапланы:
– Һин данлы бөйөклөккә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа.
38– Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы, йәки Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы һеҙ ҙә үтә алырһығыҙмы?
39– Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар.
– Мин эсәһе кәсәнән эсерһегеҙ, Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы үтерһегеҙ. 40Ә инде уң яғыма йәки һул яғыма ултыртыу Минән тормай. Унда был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға.
41Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуб менән Яхъяға асыуҙары килде. 42Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине:
– Беләһегеҙ, халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була. 43Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын 44һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе һәммәгеҙгә ҡол булһын. 45Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә килде.
Ғайсаның һуҡыр Вартимейҙы һауыҡтырыуы
46Улар Иерихон ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ төркөмө менән бергә Иерихондан сығып барғанда, юл ситендә Вартимей (йәки Тимей улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. 47Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы:
– Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы!
48Күптәре уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп:
– Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
49Ғайса туҡтап:
– Саҡырығыҙ уны! – тине.
– Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырҙы саҡырҙылар.
50Һуҡыр кеше, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде.
51– Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан.
– Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр.
52Ғайса уға:
– Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.
Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе.
Currently Selected:
Марк 10: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014