YouVersion Logo
Search Icon

Марк 11

11
Тантаналы рәүештә Иерусалимға инеү
1Иерусалимға яҡынлашҡанда, Виффагиянан һәм Вифаниянан йыраҡ түгел, Зәйтүн тауы янында, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.
2– Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, – тине уларға. – Унда инеү менән бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 3Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ үк ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.
4Шәкерттәре, урам буйында ишек алдына бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте тапты. Улар уның бәйен сискәндә, 5шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Ниңә һеҙ ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.
6Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. 7Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды. 9Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә:
– Осанна!#11:9 Осанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «ярҙам ит» тигәнде аңлата, ә «Аллаға дан» тигән мәғәнәлә ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
10Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.
11Ғайса, Иерусалимға инеп, Алла Йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Вифанияға китте.
Ғайсаның инжир ағасын ҡарғауы
12Иртәгәһе көндө, Вифаниянан сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. 14Ғайса ағасҡа:
– Һинең емешеңде бер ҡасан да һис кем ашамаһын! – тине.
Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.
Алла Йортоноң таҙарыныуы
15Улар Иерусалимға килде. Алла Йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 16Алла Йорто аша үҙҙәре менән бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. 17Ғайса уларҙы өйрәтеп:
– Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
18Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.
19Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.
Ҡороған инжир ағасынан алынған үрнәк
20Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. 21Петр иһә, кисә нимә булғанын хәтерләп, Ғайсаға:
– Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.
22Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Аллаға ышанысығыҙ булһын! 23Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. 24Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. 25-26Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер#11:25 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 26-сы аят та бар: «Ә инде кисермәһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисермәҫ»..
Ғайсаның вәкәләте тураһында һорау
27Улар тағы Иерусалимға килде. Алла Йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килде.
28– Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.
29– Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 30Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!
31Тегеләр үҙ-ара:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ; 32«Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр.
Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.
33Улар Ғайсаға:
– Белмәйбеҙ, – тип яуапланы.
– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

Currently Selected:

Марк 11: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in