Марк 12
12
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
1Ғайса уларға ҡисса һөйләй башланы:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған һәм, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, үҙе сит яҡҡа китеп барған. 2Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. 3Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул ҡайтарған. 4Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. 5Тағы береһен ебәргән – уны ла үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. 6Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. 7Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 8Улар уны тотоп алғандар, үлтергәндәр һәм йөҙөм баҡсаһынан сығарып ташлағандар.
9Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. 10Изге Яҙмала:
«Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
11Был Раббы тарафынан эшләнде
һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл», –
тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?
12Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин халыҡтан ҡурҡып, баҙнат итмәне. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып киттеләр.
Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға, Алланыҡы – Аллаға
13Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Ирод батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. 14Улар килеп:
– Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға#12:14 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.
15Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса:
– Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.
16Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан:
– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны.
– Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.
17– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.
Улар Ғайсаның яуабына хайран ҡалды.
Үленән терелеү хаҡында һорау
18Үленән терелеүҙе инҡар иткән саддукейҙар#12:18 Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм. Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:
19– Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә кемдеңдер туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, ул был тол ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 20Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм балаһы булмайынса үлеп киткән. 21Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. 22Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. 23Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
24– Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме, ни өсөн улай? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. 25Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр кеүек буласаҡ. 26Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.
Иң мөһим әмер
28Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп:
– Бөтә әмерҙәрҙең ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.
29– Беренсе әмер, – тип яуапланы Ғайса. – «Тыңла, Израиль! Беҙҙең Аллабыҙ Раббы – берҙән-бер Алла! 30Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». 31Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк әмер юҡ.
32– Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡаһы юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең. 33«Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» – тулыһынса яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.
34Ҡанун белгесенең аҡыллы яуап биреүенә Ғайса:
– Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине.
Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.
Мәсих кемдең Улы?
35Ул, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, былай тип һораны:
– Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип ҡанун белгестәре нисек әйтә ала? 36Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк:
«Раббы-Аллам Хужама әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», – тип әйткән бит.
37Дауыт үҙе Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек итеп Дауыттың Тоҡомо була ала?
Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү
Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.
38Ул Үҙенең нәсихәтендә:
– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөгәнде, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәнде, 39ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата. 40Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар айырыуса ҡаты хөкөм ителәсәк, – тине.
Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы
41Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ баҡыр аҡса (бер кодрант#12:42 Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.) һалды.
43Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. 44Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.
Currently Selected:
Марк 12: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014