Ғайса шәкерттәрен саҡырып, уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанын бирҙе, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн күпме кәрәк, шуны һалды, – тине.