Марк 8
8
Дүрт мең кешене туйҙырыу
1Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып:
2– Кешеләрҙе йәлләйем. Өс көн инде улар Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.
4– Бынау ҡола ялан ерҙә уларҙы туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
5– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса.
– Ете, – тине улар.
6Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙан ете кәрзин йыйып алдылар. 9Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10Үҙе шунда уҡ шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануфа ерҙәренә китте.
11Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12Ғайса:
– Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: уларға илаһи билдә күреү бирелмәйәсәк, – тине ауыр көрһөнөп.
13Ғайса уларҙы ҡалдырҙы ла, тағы кәмәгә ултырып, икенсе яҡ ярға сығып китте.
Фарисейҙарҙың һәм Иродтың әсеткеһе
14Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15Ғайса шәкерттәрен:
– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.
16Ә тегеләр икмәктәре юҡлығы тураһында һөйләшә бирҙе. 17Ғайса быны белеп, уларға:
– Ниңә һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы хаҡында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман бер нәмә лә аңламайһығыҙмы? Бер ни ҙә төшөнмәйһегеҙме? Күңелдәрегеҙ ҡатҡанмы? 18Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ун ике, – тинеләр Уға.
20– Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ете, – тип яуапланы тегеләр.
21– Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
Ғайсаның Вифсаидала һуҡырҙы һауыҡтырыуы
22Улар Вифсаидаға килеп етте. Кешеләр, бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә, Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. 23Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөп, ҡулдарын ҡуйҙы.
– Берәй нәмә күрәһеңме? – тип һораны.
24– Мин кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ләкин улар миңә ағастар йөрөгән төҫлө күренә.
25Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.
26Ғайса уны:
– Бар, ауылға инеп торма, – тип өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.
Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
27Ғайса шәкерттәре менән Филипп Кесарияһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән:
– Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
28– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар Уға.
29– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул уларҙан.
– Һин – Мәсих, – тине Петр.
30Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе
31Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы. 32Был хаҡта Ул асыҡтан асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петр, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерергә тотондо. 33Әммә Ғайса, шәкерттәренә боролоп ҡарап, Петрҙы шелтәләне:
– Кит янымдан, Иблис! Һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке.
34Ғайса шәкерттәре менән бергә халыҡты саҡырып былай тине:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын#8:34 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Был яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. алып, Миңә эйәрһен. 35Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37Ул, үҙ йәнен кире ҡайтарыр өсөн, нимә бирә алыр икән? 38Аллаға имандары булмаған һәм гонаһлы был быуындан кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла Үҙенең Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгән саҡта, ул кешенән оялыр.
Currently Selected:
Марк 8: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014