Марк 7
7
Ата-баба йолалары һәм Алла әмере
1Иерусалимдан килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2Улар Уның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе.
5Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан:
– Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.
6Ғайса уларға:
– Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
7Миңә бушҡа табыналар,
кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр».
8Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ. 9Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тип әйткән бит. 11Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте ҡорбан (йәғни Аллаға бүләк) тип вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй, тип өйрәтәһегеҙ. 13Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән һеҙ Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.
14Ул халыҡты ҡабат саҡырып алып:
– Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ! 15-16Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата#7:15 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 16-сы аят та бар: «Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!», – тине.
17Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.
18– Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)
20Ул һүҙен дауам итте:
– Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; 21яуыз ниәттәр – фәхешлек, урлашыу, кеше үлтереү, 22зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға. 23Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.
Мәжүси ҡатындың ышанысы
24Бынан Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Бында бер өйгә инде. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25Бәләкәс ҡыҙының эсенә ен эйәләшкән бер ҡатын Уның тураһында ишетеп ҡалды ла, килеп аяғына йығылды. 26Тыумышы менән Сүриә Финикияһынан булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын үтенде.
27– Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине Ғайса уға. – Икмәкте балаларҙан алып эттәргә ырғытыу яҡшы түгел.
28– Әфәндем, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Эттәр ҙә бит балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай.
29– Шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты.
30Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.
Һаңғырау һәм тотлоҡҡан кешене һауыҡтырыу
31Ғайса, Тир төбәгенән китеп, Сидон аша Галилея күленә, Ун Ҡала өлкәләренә сыҡты. 32Уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.
33Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. 34Күккә ҡарап көрһөндө лә:
– Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.
35Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. 36Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. 37Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине.
– Ул барыһын да яҡшы эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.
Currently Selected:
Марк 7: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014