YouVersion Logo
Search Icon

Марк 6

6
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
1Ғайса унан китеп, Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. 2Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы.
– Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. – 3Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡубтың, Иосияның, Йәһүҙәнең һәм Симондың ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме? – тиешеп, Унан йөҙ борҙолар.
4– Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә хөрмәт күрмәй, – тине Ғайса уларға. 5Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. 6Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе.
Ғайсаның ун ике шәкертен хеҙмәткә ебәреүе
Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө. 7Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. 8Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. 9Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте һәм ике ҡат күлдәк кеймәҫкә ҡушты.
10– Ҡайһы өйгә инәһегеҙ, үҙегеҙ ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – 11Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ#6:11 Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ..
12Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр, 13күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.
Сумдырыусы Яхъяның үлеме
14Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар». 15Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. 16Ә Ирод, был һүҙҙәрҙе ишеткәс:
– Мин башын киҫтергән Сумдырыусы Яхъя ул! – тине. – Ул үленән терелеп торған.
17-18Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне. 19Шуның өсөн Иродиада, үпкә һаҡлап, Яхъяны үлтерергә теләй, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки 20Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
21Әммә бына Иродиада өсөн уңайлы көн килде. Ирод үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. 22Шул ваҡыт Иродиаданың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Иродҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға:
– Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. 23– Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.
24Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты:
– Мин нимә һорайым икән?
– Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тип яуапланы әсәһе.
25Ҡыҙы шунда уҡ ашығып батша янына инде лә:
– Сумдырыусы Яхъяның башын үк ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер миңә алып килеүеңде теләйем! – тип талап итте.
26Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. 27Ул шунда уҡ башкиҫәргә Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Һаҡсы төрмәгә барып Яхъяның башын киҫте. 28Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. 29Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, уның кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.
Биш мең кешене туйҙырыу
30Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, ҡылған эштәре һәм ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.
31– Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға.
Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. 32Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. 33Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә бөтә ҡалаларҙан кешеләр улар бара торған урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. 34Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. 35Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Уның янына килде:
– Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. 36Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар.
37– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
Шәкерттәр:
– Үҙебеҙ барып, уларҙы ашатырға ике йөҙ динарлыҡ#6:37 Динар – көмөш тәңкә. Эшсенең бер көнлөк хеҙмәт хаҡын тәшкил иткән. икмәк һатып алайыҡмы ни? – тине.
38– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул.
– Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. 39Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.
40Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы.
41Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. 42Бөтәһе лә туйғансы ашаны. 43Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар. 44Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.
Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүе
45Бынан һуң шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә, Ул халыҡ менән хушлашҡан арала кәмәгә ултырып, Үҙенән алдараҡ арғы ярҙағы Вифсаидаға барырға ҡушты. 46Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде. 47Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. 48Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә#6:48 Таң атып килгән мәл – таңғы өс менән алты араһы. күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, 49шәкерттәре иһә, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. 50Уны күреп, барыһының да ҡото алынды.
– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. 51Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шул мәлдә үк баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. 52Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны.
53Улар, күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр һәм яр буйына килеп туҡтанылар. 54Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр шунда уҡ Ғайсаны танып алды. 55Тирә-яҡтан йүгерешеп, Уның ҡайһы ерҙә туҡталғанын ишетеп, шул урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән күтәреп алып килә башланылар. 56Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.

Currently Selected:

Марк 6: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in