1
Марк 6:31
Инжил
– Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине.
Compare
Explore Марк 6:31
2
Марк 6:4
– Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә хөрмәт күрмәй, – тине Ғайса уларға.
Explore Марк 6:4
3
Марк 6:34
Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.
Explore Марк 6:34
4
Марк 6:5-6
Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө.
Explore Марк 6:5-6
5
Марк 6:41-43
Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар.
Explore Марк 6:41-43
Home
Bible
Plans
Videos