Марк 13
13
Ахырызаман билдәләре
1Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе Уға:
– Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.
2– Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас:
4– Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
5Ғайса һөйләй башланы:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 6Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр. 7Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына.
9Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда иһә, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.
12Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
14Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең#13:14 Был турала Данил пәйғәмбәр китабының 9:27; 11:31; 12:11 аяттарында уҡый алаһығыҙ.» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15Өй ҡыйығында булған кеше ниҙер алырға тип аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен, 16баҫыуҙағы кеше лә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер! 18Былар ҡыш мәленә тап килмәһен ине, тип доға ҡылығыҙ. 19Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. 20Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.
21Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.
Әҙәм Улының килеүе
24Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң,
«Ҡояш ҡарайыр,
ай нурын сәсмәҫ,
25күктән йондоҙҙар ҡойолор,
һәм күк көстәре тетрәр».
26Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.
Инжир ағасынан ғибрәт алыу
28Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәйҙең яҡын икәнлеген беләһегеҙ. 29Шуның һымаҡ, ошоларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. 30Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк. 31Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
32Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ#13:33 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «...уяу булығыҙ һәм доға ҡылығыҙ» тиелгән.! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. 34Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кис менәнме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!
Currently Selected:
Марк 13: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014