Марк 14
14
Вифанияла Ғайсаға май һөртөү
1Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2«Халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында булмаһын», – тине улар.
3Ғайса Вифанияла махаулы Симонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард#14:3 Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек. майы һалынған алебастр#14:3 Алебастр – көршәк яһағанда ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Уның башына ҡойҙо. 4Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә:
– Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? 5Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр.
6Ғайса иһә уларға былай тине:
– Теймәгеҙ уға, ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам. 8Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
Йәһүҙәнең хыянаты
10Шунда Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш руханиҙар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
12Сөсө күмәс байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан:
– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.
13– Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертен ебәреп. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, уның артынан эйәрегеҙ. 14Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән йыһазлы ҙур бүлмәне күрһәтер. Беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.
16Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтөнөһөн Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләне.
17Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18Ашап ултырған мәлдә Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
19Шәкерттәре ҡайғырышып, бер-бер артлы Унан:
– Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.
20Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. 21Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
22Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
23Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.
24– Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин йөҙөм шарабын башҡаса эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса уларға.
26Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, Зәйтүн тауына киттеләр.
27– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала:
«Көтөүсене һәләк итермен,
һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», –
тип яҙылған. 28Әммә үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барырмын, – тине Ғайса уларға.
29– Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.
30– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.
31Петр тағы ла ҡатыраҡ итеп:
– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине.
Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Ғайсаның Гефсимания баҡсаһында доға ҡылыуы
32Улар Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә:
– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып алайым, – тине.
33Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды. 34Ғайса шәкерттәренә былай тине:
– Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ!
35Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
36– Абба#14:36 Абба – арамей телендә «Атай» тигәнде аңлата., Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
37Ғайса әйләнеп килгәндә, өс шәкерте лә йоҡлай ине.
– Симон, йоҡлап ятаһыңмы? Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. – 38Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
39Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40Ҡабат әйләнеп килгәндә, шәкерттәре йәнә йоҡлай ине: уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла. 42Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Ғайсаны ҡулға алыу
43Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар тарафынан ебәрелгән ҡылыс һәм суҡмарҙар тотҡан кешеләр төркөмө бар ине. 44Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:
– Остаз! – тип Уны үбеп алды.
46Ғайсаны шунда уҡ тотоп, ҡулға алдылар. 47Ғайсаның эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
48– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49Көн һайын Алла Йортонда арағыҙҙа булдым, өйрәттем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.
50Шул саҡ барыһы ла Уны ташлап ҡасып китте.
51Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.
Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
53Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:
58– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.
59Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.
60Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.
61Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы:
– Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.
62– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!
63Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе:
– Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? 64Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта?
Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе
66Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны:
– Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.
68Әммә Петр:
– Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
69Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға:
– Был кеше – уларҙың береһе, – тине.
70Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға:
– Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.
71Ә Петр:
– Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.
72Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.
Currently Selected:
Марк 14: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014