YouVersion Logo
Search Icon

Лука 5

5
Ғайсаның тәүге шәкерттәре
1Бер ваҡыт, Геннисарет күле#5:1 Геннисарет күле – был күлде Галилея диңгеҙе тип тә атағандар. буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда, 2Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күргән. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөгән. 3Ғайса уларҙың береһенә ултырып, ә ул кәмә Симондыҡы булған, ярҙан бер аҙ алыҫлашыуын һораған һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡҡа вәғәз әйтә башлаған. 4Һүҙен тамамлағас, Симонға:
– Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тигән.
5– Остаз! Беҙ төнө буйы тырыштыҡ, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарған Симон.
6Шулай эшләгәндәр һәм уларға бик күп балыҡ эләккән, хатта ауҙары бүҫелә башлаған. 7Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырған. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙған. 8Симон Петр был хәлде күреп:
– Хужам, кит минең янымдан! Мин – гонаһлы, – тип Ғайсаның тубыҡтарына йығылған. 9Балыҡтың күп эләгеүе Симон Петрҙы ла, уның менән булған бөтәһен дә ҡурҡыуға һалған. 10Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған.
Ғайса Симонға:
– Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.
11Балыҡсылар, кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
12Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килгән. Ғайсаны күргәс, йөҙтүбән ятып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип үтенгән.
13Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.
14Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан:
– Руханиға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
15Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралған. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылған. 16Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булған.
Паралич һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
17Бер тапҡыр, Ғайса өйрәткән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Иерусалимдан килгән фарисейҙар#5:17 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы дини төркөм. менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултырған. Раббы ҡөҙрәте Ғайса аша эш иткән һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырған.
18Бер нисә кеше паралич һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килгән һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышҡан. 19Ләкин, халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөргәндәр. 20Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Дуҫым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тигән.
21Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башлаған:
– Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала?
22Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп:
– Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. – 23Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? 24Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар. – Ул паралич һуҡҡан кешегә өндәшкән: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!
25Теге шунда уҡ барыһының күҙ алдында торған да, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып киткән.
26Барыһы ла таң ҡалған, Алланы данлағандар һәм ҡоттары алынып:
– Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тигәндәр.
Ғайсаның Левийҙы Үҙ артынан саҡырыуы
27Ошонан һуң Ғайса был урындан киткән, һалым йыйыу урынында ултырған Левий исемле һалым йыйыусыны күреп, уға:
– Миңә эйәр, – тигән.
28Левий тороп, бөтөн нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан киткән.
29Үҙенең өйөндә Левий Ғайса хөрмәтенә оло табын әҙерләгән. Табында һалым йыйыусылар һәм байтаҡ башҡа кешеләр ҙә ултырған. 30Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән:
– Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
31– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап биргән Ғайса уларға. – 32Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.
Ураҙа тотоу тураһында һорау
33Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға:
– Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тигән.
34– Кейәү туйҙағы ҡунаҡтар менән бергә булғанда, уларҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? 35Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул көндәрҙә улар ураҙа тотор, – тигән Ғайса һәм 36кинәйә менән һүҙен дауам иткән:
– Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. 37Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр һәм шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. 38Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. 39Бер кемдең дә иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.

Currently Selected:

Лука 5: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in