Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килгән. Ғайсаны күргәс, йөҙтүбән ятып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип үтенгән.
Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған:
– Эйе, теләйем. Таҙарын!
Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.