Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек урынға алып менгән. Донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡҡан.
– Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.