Лука 4:9-12
Лука 4:9-12 BSKNT14
Шунан һуң Иблис Ғайсаны Иерусалимға алып килеп Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырған да: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тигән. – Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләрен Һине ҡурсалар өсөн ебәрер. Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр». Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.