Лука 4
4
Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
1Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып киткән. 2Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.
3– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә ҡуш, – тигән Иблис.
4Ғайса:
– «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуаплаған.
5Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек урынға алып менгән. Донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡҡан.
6– Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. 7Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
8– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.
9Шунан һуң Иблис Ғайсаны Иерусалимға алып килеп Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырған да:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тигән. – 10Изге Яҙмала әйтелгән бит:
«Алла Үҙенең фәрештәләрен
Һине ҡурсалар өсөн ебәрер.
11Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип,
Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
12Ғайса уға:
– Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.
13Иблис, Ғайсаны һынауҙан туҡтағандан һуң, икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып киткән.
Ғайсаның Галилеяла хеҙмәт башлауы
14Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған. 15Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.
Назара халҡының Ғайсаны кире ҡағыуы
16Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, 17Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:
18«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә,
сөнки Ул Мине майлап,
фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы.
Ул Мине#4:18-19 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «...йөрәктәре һыҙлағандарға – сәләмәтлек...» тигән һүҙҙәр ҙә бар. әсирҙәргә – азатлыҡ,
һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә,
йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
19һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
20Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.
21– Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.
22Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып:
– Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
23Ғайса:
– Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.
24Шунан һүҙен дауам иткән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтөн Израиль иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Израилдә тол ҡатындар күп ине, 26ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһе янына ла түгел, ә Сидон илендәге Сарепта ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. 27Шулай уҡ, Елисей пәйғәмбәр ваҡытында, Израилдә махау сире#4:27 Махау сире – дауалап бөтөрөп булмай торған йоғошло тире ауырыуы (русса «проказа»). менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Неемандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
28Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙарынан ярһыған. 29Улар, урындарынан һикереп тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сығып, ҡала төҙөлгән тауҙың башынан упҡынға ырғытырға уйлаған. 30Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән киткән.
Шаҡшы рухты ҡыуып сығарыу
31Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән. 32Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
33Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:
34– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.
35Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ!
Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән. 36Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм:
– Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
37Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
Ғайса Симон өйөндә
38Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Симондың өйөнә барған. Симондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ятҡан. Ғайсаның уға ярҙам итеүен һорағандар. 39Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.
40Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған. 41«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.
42Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға киткән. Халыҡ Уны эҙләгән, тапҡас, үҙҙәре янында тотоп ҡалырға тырышҡан. 43Әммә Ғайса уларға:
– Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тигән.
44Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләүен дауам иткән.
Currently Selected:
Лука 4: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014