Лука 22
22
Ғайсаны үлтерергә ниәтләү
1Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө күмәс байрамы яҡынлашҡан. 2Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.
Йәшерен килешеү
3Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән. 4Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән. 5Тегеләре ҡыуанып киткән һәм Йәһүҙәгә аҡса вәғәҙә иткән. 6Йәһүҙә, бының менән килешеп, Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләгән.
Ҡотҡарылыу байрамы мәжлесе
7Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө күмәс көнө килеп еткән. 8Ғайса Петр менән Яхъяны ҡалаға ебәреп, уларға:
– Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ, – тигән.
9– Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һораған улар Ғайсанан.
10Ғайса былай тигән:
– Ҡалаға ингән саҡта һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ һәм ул ингән өйгә инегеҙ. 11Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын Мин ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 12Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.
13Шәкерттәр киткән һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләгән.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
14Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырған 15һәм уларға былай тигән:
– Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға тигән теләгем бик ҙур ине. 16Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын.
17Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән:
– Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. 18Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
19Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән:
– Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
20Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән:
– Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. 21Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята. 22Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!
23Шәкерттәр:
– Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡылыр һуң? – тип бер-береһенән һораша башлағандар.
Бөйөклөк тураһында бәхәс
24Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан. 25Ғайса уларға былай тигән:
– Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атала. 26Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын. 27Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.
28Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ 29һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. 30Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.
Ғайсаның Петрҙың ваз кисеүе тураһында алдан әйтеүе
31– Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. 32Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.
33Петр Уға:
– Хужам, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тигән.
34Ғайса иһә:
– Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.
35Ә шәкерттәренән:
– Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораған.
– Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап биргән шәкерттәр.
36Ғайса һүҙен дауам иткән:
– Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары өҫ кейемдәрен һатһын да ҡылыс алһын. 37Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.
38– Хужабыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тигән шәкерттәр.
Ғайса уларға:
– Етер. Был турала һүҙҙе туҡтатайыҡ! – тип әйткән.
Ғайсаның Зәйтүн тауында доға ҡылыуы
39Ғайса, ғәҙәте буйынса, ҡаланан Зәйтүн тауына киткән, Уның артынан шәкерттәре лә эйәргән. 40Унда барып еткәс, Ғайса уларға:
– Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән.
41Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:
42– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!
43Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.
44Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған#22:44 Күпселек боронғо ҡулъяҙмаларҙа 43-44-се аяттар юҡ.. 45Ул доға ҡылған урынынан тороп шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар ҡайғынан талсығып йоҡлаған була.
46– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.
Ғайсаны ҡулға алыу
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәгән, халыҡ төркөмө килеп еткән. Иң алда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе килгән. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлаған#22:47 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Сөнки Йәһүҙә үҙе, шартлы ишара яһап, уларға: „Мин үпкән кеше Ғайса булыр“, – тип әйтеп ҡуйған» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 48Ғайса иһә уға:
– Йәһүҙә, Әҙәм Улына үбеүең менән хыянат итәһеңме ни? – тигән.
49Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Ғайсанан:
– Хужабыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һорағандар.
50Уларҙың береһе иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙгән.
51– Туҡтағыҙ, етте! – тигән дә Ғайса, хеҙмәтсенең яраһына ҡулы менән ҡағылып, уны һауыҡтырған.
52Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. – 53Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.
Петрҙың Ғайсанан ваз кисеүе
54Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған. 55Ихата уртаһында усаҡ яғылған, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петр ҙа урын алған. 56Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күреп, уға текләп ҡарап:
– Был да Уның менән булды! – тигән.
57Петр иһә ҡыҙға:
– Эй, ҡыҙ кеше! Мин Уны белмәйем, – тип, Ғайсанан ваз кискән.
58Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрҙы абайлап ҡалған:
– Һин дә уларҙың береһе бит!
Әммә Петр был кешегә лә:
– Юҡ, – тип яуап биргән.
59Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү:
– Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫлаған.
60Әммә Петр уға ла:
– Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән.
Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.
61Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. 62Ул, урамға сығып, әрнеп илаған.
Ғайсаны мыҫҡыл итеү
63Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған. 64Күҙҙәрен ҡаплап:
– Һин пәйғәмбәр бит, әйт: Һиңә кем һуҡты? – тип һорағандар.
65Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр.
Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
66Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:
67– Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар.
Ғайса уларға:
– Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ. 68Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ#22:68 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәм Мине ебәрмәйәсәкһегеҙ» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 69Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.
70– Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә.
– Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.
71– Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.
தற்சமயம் தேர்ந்தெடுக்கப்பட்டது:
Лука 22: BskNT14
சிறப்புக்கூறு
பகிர்
நகல்
உங்கள் எல்லா சாதனங்களிலும் உங்கள் சிறப்பம்சங்கள் சேமிக்கப்பட வேண்டுமா? பதிவு செய்யவும் அல்லது உள்நுழையவும்
© Институт перевода Библии, 2014