1
Лука 22:42
Инжил
– Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!
ஒப்பீடு
Лука 22:42 ஆராயுங்கள்
2
Лука 22:32
Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.
Лука 22:32 ஆராயுங்கள்
3
Лука 22:19
Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.
Лука 22:19 ஆராயுங்கள்
4
Лука 22:20
Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.
Лука 22:20 ஆராயுங்கள்
5
Лука 22:44
Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған.
Лука 22:44 ஆராயுங்கள்
6
Лука 22:26
Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын.
Лука 22:26 ஆராயுங்கள்
7
Лука 22:34
Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.
Лука 22:34 ஆராயுங்கள்
முகப்பு
வேதாகமம்
வாசிப்புத் திட்டங்கள்
காணொளிகள்