1
Ғәмәлдәр 2:38
Изге Яҙма
– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.
Jämför
Utforska Ғәмәлдәр 2:38
2
Ғәмәлдәр 2:42
Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар.
Utforska Ғәмәлдәр 2:42
3
Ғәмәлдәр 2:4
Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.
Utforska Ғәмәлдәр 2:4
4
Ғәмәлдәр 2:2-4
Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде. Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө. Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.
Utforska Ғәмәлдәр 2:2-4
5
Ғәмәлдәр 2:46-47-46-47
Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Utforska Ғәмәлдәр 2:46-47-46-47
6
Ғәмәлдәр 2:17
«Ахырызаман килгәндә, – ти Алла, – барлыҡ кешеләр өҫтөнә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер, ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер.
Utforska Ғәмәлдәр 2:17
7
Ғәмәлдәр 2:44-45
Барлыҡ иманлылар берҙәм булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирҙеләр.
Utforska Ғәмәлдәр 2:44-45
8
Ғәмәлдәр 2:21
Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор».
Utforska Ғәмәлдәр 2:21
9
Ғәмәлдәр 2:20
Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер.
Utforska Ғәмәлдәр 2:20
Hem
Bibeln
Planer
Videor