Марк 4

4
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
1Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләрҙе өйрәтә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2Ғайса уларға күп нәмәләрҙе аңлатып, кинәйәле ҡиссалар менән былай тип өйрәтте:
3– Тыңлағыҙ, бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5Бәғзеләре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, улар тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған. 7Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткәнлектән, улар башаҡ бирмәгән. 8Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән, үҫеп күтәрелгән һәм утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
9Ғайса былай тине:
– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
10Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.
11-12– Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә:
«Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле,
кисерелмәһендәр өсөн,
ҡарап та күрмәһендәр,
тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.
13– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14Сәсеүсе һүҙ сәсә. 15Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә. 18Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй. 20Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.
Шәм яҡтылығы хаҡында ҡисса
21Ғайса уларға былай тине:
– Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме һуң? 22Һәр йәшерен нәмә фаш итеү өсөн генә йәшерен һәм һәр сер асылыу өсөн генә сер. 23Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
24Ғайса һүҙен дауам итте:
– Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
Шытып сыҡҡан орлоҡ хаҡында ҡисса
26Ғайса тағы ла былай тине:
– Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә, 27унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә. 28Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр саҡ еткән була.
Горчица орлоғо хаҡында ҡисса
30– Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – 31Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32Ә инде сәселгәс, үҫеп күтәрелеп, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡҡа әүерелә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.
33Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне. 34Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.
Ғайсаның дауылды баҫылдырыуы
35Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә:
– Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.
36Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып:
– Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.
39Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә:
– Шаулама, баҫыл! – тине.
Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.
40– Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. 41Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә:
– Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.

Выбрано:

Марк 4: BskNT14

Выделить

Поделиться

Копировать

None

Хотите, чтобы то, что вы выделили, сохранялось на всех ваших устройствах? Зарегистрируйтесь или авторизуйтесь