Матфей 16

16
Ғайсанан илаһи билдә күрһәтеүен талап итеүҙәре
1Унда Ғайса янына фарисейҙар һәм саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар.
2Ә Ул:
– Кисен һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ. 3Ә иртән иртүк: «Бөгөн дауыл булыр, күк йөҙө ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән ҡапланды», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап, һеҙ һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә замандарҙың билдәләрен аңлай алмайһығыҙмы? 4Был замандың яуыз һәм Аллаға имандары булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы.
Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.
Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһе
5Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны.
6– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға.
7Ә шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алмағандары тураһында һөйләшә бирҙе. 8Ғайса быны белеп:
– Имандары аҙҙар! Һеҙ ниңә икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? 9Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш мең кешегә өләшелгән биш икмәк һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙ тураһында иҫләмәйһегеҙме? 10Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшеүегеҙҙе һәм уны нисә кәрзин итеп йыйып алыуығыҙҙы ла оноттоғоҙмо? 11Минең икмәк хаҡында әйтмәүем һеҙгә аңлашылмаймы ни? Фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине.
12Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушыуын аңланылар.
Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
13Филипп Кесарияһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән:
– Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
14– Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Иремия йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.
15– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ?
16– Һин – Мәсих, мәңге тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Симон Петр.
17– Йона улы Симон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кешеләр түгел, ә Минең Күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. – 18Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр#16:18 Петр тигән исемдең грекса мәғәнәһе – «ҡая». һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген#16:18 Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген – грекса һүҙмә-һүҙ «Үҙемдең йыйынымды». Һүҙлектә «имандаштар берҙәмлеге»н ҡарағыҙ. төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ. 19Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Һин ерҙә тыйғанды күктә Алла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнеңде Алла күктә рөхсәт итәсәк.
20Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.
Ғайсаның Үҙенең үлеме һәм терелеүе хаҡында әйтеүе
21Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.
22Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!
23Әммә Ғайса Петрға боролоп:
– Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.
24Шунан Ул шәкерттәренә былай тине:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен. 25Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, ул уны табыр. 26Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, уға бынан ни файҙа? Ул үҙ йәнен ҡайтарып алыр өсөн нимә бирә алыр икән? 27Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. 28Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

ハイライト

シェア

コピー

None

すべてのデバイスで、ハイライト箇所を保存したいですか? サインアップまたはサインインしてください。